8 декабрь, Кесе йома

24 октябрь 2011 йыл, 13:06

Рәсәйҙә 110 миллион самаһы һайлаусы иҫәпләнә

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Федерацияһында әлеге ваҡытта 110 миллион самаһы һайлаусы иҫәпләнә, тип хәбәр итә РИА Новости. Шуларҙың 108 миллионы — Рәсәй Федерацияһында, йәнә ике миллион самаһы сит илдәрҙә консуллыҡ учреждениеларында иҫәптә тора. Әйткәндәй, сит илдәрҙә консуллыҡ иҫәбенә баҫҡандар ғына түгел, паспорты булған, 18 йәше тулған һәм юридик хоҡуҡтарынан мәхрүм ителмәгән бөтә граждандар ҙа тауыш бирә ала.

Башҡортостанда, 2011 йылдың 1 июлендәге мәғлүмәттәргә ярашлы, 3 миллион 22 мең 563 һайлаусы иҫәпләнә. Республика Рәсәй төбәктәре араһында һайлаусылар һаны буйынса етенсе урын биләй.

темалар: һайлау