Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

ТВЦ телеканалы журналистары Башҡортостандың «айыҡ ауылдары» тураһында репортаж әҙерләне

Йәмғиәт

ТВЦ федераль телеканалының «Анна Прохорова менән ваҡиғалар үҙәгендә» («В центре событий с Анной Прохоровой») программаһы журналистары ике көн дауамында Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы «айыҡ ауылдар» тураһындағы репортаждар төшөрөү менән шөғөлләнде.  

«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Ренат Зәйнуллиндың әйтеүенсә, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарҙы Рәсәй өсөн үҙенсәлекле «2011 йылдағы айыҡ ауыл» йәмәғәт конкурсы, башҡорт халҡының тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре ҡыҙыҡһындырған.

— Айыҡлыҡ – ауыл халҡының тәбиғи торошо, — тип билдәләне Ренат Зәйнуллин. – Ошоға дәлилдәр теркәлде лә инде камераға.

Конкурсҡа яҡынса йомғаҡтар яһалған «2011 йылдағы айыҡ ауыл» конкурсының ойоштороу комитеты ултырышы ла журналистар иғтибарынан ситтә ҡалманы.

ТВЦ хәбәрселәре әйтеүенсә, «аҙна һайын донъяла бихисап ваҡиғалар булып үтә – һәм барыһы ла сәйәсәт һәм бизнес кеүек юғары өлкәләргә ҡағылмай. Телевизион яңылыҡтар сығарылышына эләкмәгәндәрҙең дә тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуы ихтимал».

Шуға күрә рәсәйлеләргә Башҡортостанда үткәрелгән үҙенсәлекле конкурсты күрһәтергә ҡарар ителгән дә инде.

Теги: айыҡ ауыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть