9 декабрь, Йома

24 октябрь 2011 йыл, 11:30

Өфөлә яңы балалар баҡсаһы асылды

автор: Людмила Терновая

Уҙған ял көндәрендә Өфөнөң Дим районында яңы «Йылмайыу» балалар баҡсаһы асылды. Был хаҡта ER.RU хәбәр итә.

Тантаналы сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, баш ҡаланың Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов ҡатнашты.

— Балалар баҡсаһы асылыуы – ысын мәғәнәһендә барыбыҙ өсөн дә байрам ул, — тип билдәләне үҙенең сығышында партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. — Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сираттар, үкенескә күрә, һаман бар әле. Был проблеманы хәл итеүгә республика етәкселеге етди иғтибар бүлә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Балаларға – балалар баҡсалары» проектын тормошҡа ашыра башланы, уның сиктәрендә төбәктә бер нисә мәктәпкәсә учреждение асылды һәм реконструкцияланды.

Яңы балалар баҡсаһы Өфөләге иң заманса учреждениеларҙың береһе булып тора. Ул 200 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында квалификациялы персонал тупланған, уйын һәм ял бүлмәләре йыһазландырылған, улар кәрәкле инвентарь менән тәьмин ителгән. Баҡсаның беренсе ҡатында 12 метр оҙонлоғондағы бассейн эшләй.

— Дим халҡы был ваҡиғаны оҙаҡ көттө, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды баҡсаны асыу тантанаһында Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов.— «Йылмайыу» балалар баҡсаһын Өфөләге иң яҡшыларҙың береһе тип әйтергә мөмкин. Ул балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә ҡыуандырыр, тип ышанам.

Зөфәр Хәкимов билдәләүенсә, яҡын арала ошо мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы янында яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ. Балалар баҡсаһын асыу тантанаһынан һуң саҡырылғандарҙың барыһы ла яңы баҡса менән танышыу мөмкинлеге алды.