6 декабрь, Шишәмбе

24 октябрь 2011 йыл, 11:12

Баш ҡалала балалар өсөн Ҡорбан байрамы үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

7 ноябрҙә Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә Ҡорбан ғәйетенә бағышланған балалар өсөн мәрхәмәтлек кисәһе үтәсәк.

Сара барышында мосолман байрамдарына һәм хаж ҡылыуға бағышланған балалар викторинаһы үткәреләсәк. Шулай уҡ «Оҫта ҡулдар» конкурсы үтәсәк, унда балалар Ҡөрьәндә телгә алынған йәнлектәрҙең костюмдарын тәҡдим итәсәк. Бынан тыш хаж ҡылыуҙы йәки Ҡорбан байрамын сағылдырған иң яҡшы һүрәт авторы билдәләнәсәк. Төрлө спорт һәм күңел асыу сараларын үткәреү планлаштырыла.

Сара байрам ашы һәм бүләктәр биреү менән тамамланасаҡ.