8 декабрь, Кесе йома

21 октябрь 2011 йыл, 17:22

Башҡортостан халҡы республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан халҡының күп өлөшө (яҡынса 80%), Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы үткәргән социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай.

Ошоно уҡ Башҡортостандың башҡа социологик үҙәктәренең тикшеренеү һөҙөмтәләре иҫбатлай. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты тарафынан 2010 йылдың сентябре — 2011 йылдың апрелендә үткәрелгән социологик һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, унда ҡатнашыусыларҙың 61,5 проценты республикала милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшы тип иҫәпләй, ә 27,7 проценты уларҙы «яҡшы ла түгел, насар ҙа түгел» тип баһалай. Республикала йәшәүсе бишәүҙең дүртәүһе (81,1%) һуңғы йыл эсендә милләт буйынса ниндәй ҙә булһа дискриминация формаһына тап булғаны юҡ.

Өфөнөң «Симакс» йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге тарафынан 2011 йылдың авгусында төҙөлгән Башҡортостандың баш ҡалаһы кешеләрен борсоған мәсьәләләр рейтингыһында милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе бик һирәк телгә алына, социаль-иҡтисади һәм шәхси хәүефһеҙлек мәсьәләләре унан күпкә алда килә.