3 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 17:08

Йәштәр палатаһы яңыртылған составта эш башланы

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы составын раҫланы.

Башҡортостандың Дәүләт  Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2007 йылда ойошторолған, уның составына 35 кеше инә. Шуларҙың унауһы — республика Президенты күрһәтмәһе менән, йәнә 10 кеше — БР Дәүләт  Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы тәҡдиме буйынса, 15 кеше йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре иҫәбенән ҡуйыла. Йәштәр палатаһы составы ике йылға бер тапҡыр яңыртыла.  

Парламенттың 20 октябрҙә үткән пленар ултырышында Башҡортостан Президенты һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән күрһәтелгән кандидатуралар раҫланды.

«Башинформ» агентлығына Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленконың хәбәр итеүенсә, раҫланған 20 кандидатураның 11-е – Палата өсөн яңы кешеләр.

— Йәштәр йәмәғәт палатаһы яңыртылған составта эш башланы, — тип билдәләне Николай Самойленко. – Көн элгәре һайланған яңы ағзалар әлегә аҙ билдәле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла үҙенең өлкәһендә билдәле уңыштарға өлгәшкән, үҙҙәренең эшләнмәләре бар. Уларҙың күбеһе – Өфө вәкилдәре. Палата составына шулай уҡ Нефтекама, Салауат һәм Сибай йәштәре лә ингән.

Яҡын арала ғәмәлгә ашырыласаҡ киләһе этап – Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составын формалаштырыу. Палатаның ҡалған 15 ағзаһы палата составына конкурс һайлауы һөҙөмтәләре буйынса индереләсәк. Әлеге ваҡытта Йәштәр йәмәғәт палатаһы составында үҙенең вәкилдәрен күрергә теләгән йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмаларынан ғаризалар ҡабул ителә.