4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 16:47

Республикала йорт идарасыларын уҡытыу буйынса беренсе дәрес үтте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң Дим районында йорт идарасыларын уҡытыу буйынса беренсе дәрес үтте. Һайланған йорт советтары рәйестәре торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен, күп фатирлы йортҡа идара итеүҙең хоҡуҡи, ойоштороу һәм иҡтисади нигеҙҙәрен өйрәнде. Шулай уҡ торлаҡ хеҙмәттәренә хаҡтар яһалышы, биналарҙы ҡарау һәм ремонтлауға тарифтар формалашыуы мәсьәләләре буйынса белемен арттырҙы.  

Дәрестәрҙең һәр темаһынан һуң лектор-эксперттар тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм бәхәсле ситуацияларҙы хәл итеү миҫалдарын ҡараны. Йорт идарасыларының барыһы ла методик әсбаптар, уларҙың хоҡуҡи статусын һәм вәкәләттәрен раҫлаусы таныҡлыҡ алды, шулай уҡ «Башҡортостандың йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәтенең ойоштороу конференцияһына үҙҙәре араһынан делегаттар һайланы, тип хәбәр итте БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.