Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримова Испанияла халыҡ-ара конкурс лауреаты булды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримова ошо көндәрҙә Испанияла Халыҡ-ара вокалсылар конкурсында еңеү яулаған. Аликанте ҡалаһында донъя кимәлендә билдәле булған Испанияның опера йырсыһы Ана Мария Санчес етәкселегендә үткәрелгән форум Испания һәм Италия, Рәсәй һәм Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы йыйған. Өсөнсө турға 14 ҡатнашыусы ғына сыҡҡан, улар араһында Әлфиә лә булған.

«Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙың финал этабында Өфө солисткаһы жюри ағзаларын ике ауыр ария башҡарыуы менән хайран ҡалдырған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Әлфиә Кәримова I премияға лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть