Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда финансистар, уҡытыусылар һәм юристар талап ителгәндән күпкә артыҡ

Иҡтисад

Башҡортостандың эш биреүселәре араһында әлеге ваҡытта кәрәкмәгән профессиялар рейтингында беренсе урындарҙа финанс, мәғариф һәм хоҡуҡ өлкәһе белгестәре – бухгалтерҙар, иҡтисадсылар, уҡытыусылар һәм юристар тора.

Республикала техниктарҙы, экспедиторҙарҙы, диспетчерҙарҙы, хужалыҡ мөдирҙәрен, полиция хеҙмәткәрҙәрен, секретарҙарҙы, кадрҙар буйынса инспекторҙарҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, почтальондар һәм санитарҙарҙы ла артыҡ талап ителмәгән һөнәрҙәр иҫәбендә тип билдәләргә мөмкин. Бындай белгестәр беҙҙә эш биреүселәр тәҡдимдәренән бер нисә тапҡырға күберәк.

Шул уҡ мәлдә, Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә – ташсыларға,  түбә ябыусыларға, монтажсыларға, иретеп йәбештереүселәргә һәм плитка йәбештереүселәргә мохтаж. Төбәккә йәнә ярҙамсы эшселәр, бармендар, йөк ташыусылар, аҙыҡ-түлек һатыусылар, тегенселәр, икмәк бешереүселәр һәм страховкалау агенттары кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть