5 декабрь, Дүшәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 15:48

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең эш тәжрибәһе тикшерәлә

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың баш ҡалаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең өсөнсө конференцияһы эшен дауам итә. Съезда ҡатнашыусылар иҫәбендә — Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Министр фекеренсә, бындай форумдар үткәреүҙең актуаллеген баһалап бөткөһөҙ.

— Башҡорт, татар, урыҫ ҡатындары һәр ваҡыт изгелек һәм ғәҙеллек таратыусы булған һәм булып ҡала. Көстәрҙе туплап, улар күп нәмәгә өлгәшә ала, — тип иҫәпләй Ленара Иванова. – Матур башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тап ошоно күрһәтә лә инде. Күпселек был башланғыстар Рәсәй кимәлендә танылыу тапты. Шәхсән минең өсөн «Айыҡ ауыл» проекты үрнәк булырлыҡ, хеҙмәттәштәрҙең белеп башҡарған тәрбиәүи эше арҡаһында тоташ ауылдар эскелектән баш тартты. Быны йәмғиәт мәнфәғәте өсөн эшләүҙә ысын күрһәткестәргә һанайым. Анатоль Франстың киләһе һүҙҙәре бар: «Ҡатын-ҡыҙ – ирҙәрҙе тәрбиәләүсе бөйөк зат». Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына был миссия яҡшы таныш, тип уйлайым.