10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 14:59

Рөстәм Хәмитов Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Потапов менән осрашты

автор: "Башинформ"

21 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Потапов менән осрашыуы үтте.

Осрашыу барышында Башҡортостан менән Федераль агентлыҡтың ер мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә артабан үҙ-ара килешеп эш итеү механизмы тикшерелде.

Шулай уҡ Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостандағы территориаль идаралығы эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.