7 декабрь, Шаршамбы

21 октябрь 2011 йыл, 14:48

Белоретта урындағы власть менән халыҡ «Изге эштәр»ҙе бергә башҡарырға ниәт итте

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Белорет районында «Изге эштәр» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә район етәкселәре халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә. Бындай сараларҙың береһе көн элгәре Белорет ҡалаһында үтте. Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов һәм Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Кусакин Карл Маркс урамындағы 80-се йорт кешеләре менән осрашыуға килде. Һәм был осраҡлы түгел. 80-се йорт кешеләренең хәл итәһе мәсьәләләре байтаҡ, был һорауҙар менән улар ҡала хакимиәтенә, киң мәғлүмәт сараларына бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәгән.  

Ҡала үҙәгендә урынлашҡан 80-се йорт 1947 йылда төҙөлгән. Ваҡыт үҙенекен итә. Йортҡа капиталь ремонт бер ҙә эшләнмәгән. 2008 йылда ул тик үҙәк йылытыу системаһына ғына эшләнгән, ә ҡалған проблемалар хәл ителмәгән. Тиҙ арала йорт ҡыйығына һәм фасадына, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү системаһына, канализацияға, подвал биналарына ремонт үткәрергә кәрәк.

Шуға күрә йорт кешеләре бында йәшәүсе барлыҡ кешеләрҙән ҡултамғалар йыйып, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Уларҙың үтенесе иғтибарһыҙ ҡалмаған. Быйыл йорт ҡыйығына ремонт үткәреү өсөн ҡала бюджетынан 2,5 миллион һум аҡса бүленгән. Был хаҡта Белорет халҡы менән осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Владислав Миронов һөйләне.

— Торлаҡ йорт ҡыйығына капиталь ремонт үткәреү буйынса асыҡ аукционда еңеүсе «Инвест-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән муниципаль контракт төҙөлгән. Предприятие директоры Вадим Виноградов бөгөн был сарала ҡатнаша. Ҡыйыҡҡа ремонт үткәреү эштәре киләһе аҙнанан башланасаҡ, ремонт ағымдағы йылдың ноябрь айында тамамланырға тейеш. Бынан тыш, 2012 йылда, ҡаланың юбилейына, яҡынса ике миллион һум суммаға йорттоң фасадына ремонт үткәрергә планлаштырабыҙ, — тип билдәләне Белорет районы хакимиәте башлығы.

Алда торған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса пландар төҙөүҙә хакимиәт менән халыҡ бергә эшләргә тейеш, тип билдәләне Владислав Миронов үҙенең сығышында.

«Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында район хакимиәте башлығы Белорет халҡын ҡаланың 250 йыллығына әҙерлек буйынса саралар, башҡарыласаҡ эштәр менән таныштырған.