8 декабрь, Кесе йома

21 октябрь 2011 йыл, 14:06

Баҡалы районында Ноғайбәк ауылына газ үткәреү проекты тикшерелә

автор: Людмила Терновая

«Халыҡ бюджеты» проекты сиктәрендә Баҡалы районында бөгөн граждандар йыйылышы үтә. Унда Ноғайбәк ауылына газ үткәреү проекты тикшерелә.

Ноғайбәк – Баҡалы районындағы иң төпкөл ауыл. Ул Татарстан сигендә урынлашҡан. Был тораҡты газлаштырыу буйынса эштәр 2006-2007 йылдарҙа башланған, улар федераль бюджет средстволары иҫәбенә башҡарылған. Газлаштырыуҙы Башҡортостан бюджетының финанс ярҙамында тамамлау күҙалланған. Аҡса бүленмәгәнгә күрә, эштәр туҡтап ҡала. Һөҙөмтәлә газ ауыл өйҙәренең яртыһына ғына үтә. Эштәрҙе тамамлау өсөн бөгөн өс миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Ноғайбәктә бөгөн 200-ләп кеше йәшәй. 60-тан ашыу йортҡа газ үткәрергә кәрәк.

Халыҡ йыйылышы Республика адреслы инвестиция программаһына был проектты индереүҙең перспективалы һәм маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауын билдәләйәсәк.