10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 13:53

Башҡортостанда ауылдарҙа йәштәр менән эшләү буйынса иң яҡшы ойошмалар билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

2010 йылға ауылдарҙа йәштәр менән эште иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсына йомғаҡтар яһалды, ул республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы менән ойошторолдо.

Ойоштороусылар фекеренсә, конкурс йәштәр менән эшләү тәжрибәһен дөйөмләштерергә һәм таратырға, ауылдарҙа йәштәр башланғыстарын үҫтерергә, инновацион методикаларҙы, йәштәр менән эшләү алымдарын асыҡларға ярҙам иткән.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 21 муниципаль райондан йәмғеһе 24 ауыл ҡатнашҡан.

Һөҙөмтәләр буйынса беренсе урынды – Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауыл советы, икенсе урынды – Нуриман районының Павловка ауыл советы һәм Мәләүез районының Иштуған ауыл советы, өсөнсө урынды Яңауыл районының Вояды ауыл советы яуланы.

Тап шул ауылдарҙа йәштәр советы һөҙөмтәле эшләй. Улар йәштәрҙе район сараларында, байрамдарында, конференцияларында ҡатнашыуға йәлеп итә. Алда һанап үтелгән совет хеҙмәткәрҙәре йәштәр ялын спорт һәм мәҙәни саралар менән мөмкин тиклем төрләндерергә тырыша, сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалай, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлек алып бара.

Әйткәндәй, 2011 йылға ауылдарҙа йәштәр менән эште иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсында ҡатнашыу өсөн конкурс эштәрен йыйыу 1 ноябрҙә тамамланасаҡ.