Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Ғафури районында локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Йәмғиәт

Ғафури районының хакимиәт үҙәге Красноусол ауылында локаль һуғыштарҙа һәләк булған һалдаттар һәм офицерҙарға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Дәүләт Думаһының Ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Иршат Фәхретдинов хәбәр итте.

— Һәйкәл ауыл үҙәгендәге майҙанда, район хакимиәте бинаһы янында ҡуйыласаҡ, — тине ул. – Әлеге ваҡытта һәйкәлдең эскизы әҙер, һәйкәл ҡуйыласаҡ майҙан һәм постаменты эшләнгән. Беҙгә тура килгән гранит блокты һайлап, унда һүрәтте соҡоп эшләргә генә ҡалды.

Һәйкәл икегә бүленгән стела формаһында эшләнәсәк. Унда Афғанстандағы һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә таныш һүрәт –  күк йөҙөндә хәрби вертолет менән таулы пейзаж төшөрөләсәк.

— Бындай һәйкәлдәр республиканың һәр район үҙәгендә булырға тейеш, — тип иҫәпләй Иршат Фәхретдинов. – Минең ветерандарға һәм ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаларына, һәйкәлдәр ҡуйыу тәҡдиме менән үҙегеҙҙең район хакимиәттәренә йәки шәхсән үҙемә мөрәжәғәт итһәгеҙ ине, тигән үтенесем бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть