8 декабрь, Кесе йома

21 октябрь 2011 йыл, 12:40

Башҡортостан делегацияһы Вильнюста «Балтика текстиле һәм күне – 2011» XX халыҡ-ара күргәҙмәһе менән танышты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан делегацияһы «Балтика текстиле һәм күне–2011» XX халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Күргәҙмә йыл һайын Литва Республикаһының баш ҡалаһында үтә һәм Европа менән БДБ илдәре текстиль бизнесы эшҡыуарҙары өсөн төп осрашыу урыны булып тора.  Унда 21 илдән 200-ҙән ашыу фирманың еңел сәнәғәт продукцияһы күрһәтелгән, белгестәр өсөн конференциялар, семинарҙар үткәрелгән, Балтика сауҙа маркаларының, дизайнер эштәре коллекцияларының презентацияһы ойошторолған. Делегация өсөн текстиль һәм кейем етештереүсе сәнәғәт предприятиеларына, сауҙа үҙәктәренә барыу, уларҙың продукцияһын презентациялау ҙа үткәрелгән.

Башҡортостандың эшлекле даирәһе вәкилдәре форумда Башҡортостан менән Литва араһында эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу һәм уларҙы үҫтереүҙе тикшерҙе, Литва предприятиелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен билдәләне. Форум сиктәрендә «Рәсәй һәм Литва эшҡыуарҙары араһында хеҙмәттәшлек. Сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереү» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте, унда БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Гүзәл Аҫылова һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле презентацияһын үткәрҙе.

Башҡортостан вәкилдәре берлектәге предприятиелар ойоштороу һәм еңел сәнәғәт продукциялары етештереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәрен барланы. Күргәҙмәне ойоштороусылар Башҡортостанға саҡырыу алды.