6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 11:48

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 17 мең тонна аҙыҡ-түлек һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Алдағы ял көндәрендә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре көтөлә. Баш ҡаланың бөтә райондарында ла сауҙа ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, көҙгө йәрминкәләрҙә ҡала халҡы 17 мең тонна продукция һатып алған. Йәшелсәләргә хаҡтар төшөүен дауам итә. Әгәр сентябрь башында картуф 12 һумдан һатылһа, хәҙер икенсе икмәктең килоһы 7 һум тора. Сөгөлдөрҙөң килограмын 5 һумдан алырға мөмкин, кәбеҫтәнең хаҡы 10 һумдан 5 һумға төшкән. Ҡош итенә һәм башҡа төрлө иттәргә генә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында, иткә хаҡтар ҡышҡы ит йәрминкәләре еткәс кенә төшәсәк, тип иҫәпләйҙәр.  

Традицион сауҙа урындары түбәндәгесә: Дим биҫтәһендә йәрминкә рәттәре –Хәҡиҡәт урамындағы автомобиль юлының бер өлөшөндә, Калинин районында – «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа-сервис комплексы янындағы майҙанда, Мушников урамындағы 20-се йорт алдындағы майҙанда, «Шакша» сауҙа комплексы янындағы майҙанда, Гвардия – Йәшел урамы киҫелешендә урынлашасаҡ. Ауыл эшсәндәре продукцияһын  «Беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһе», «Юлдаш» экологик агромаркеты ла ҡабул итә.

Киров районында ҡала халҡын – элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы алдындағы майҙанда, Ленин районында – Киров урамындағы «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы алдындағы майҙанда һәм «Тулҡын» скверы янында көтәләр.

Совет районында сауҙа – Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда, Октябрь районында – Спорт һарайы янында, «Гагарин» сауҙа-сервис комплексы алдындағы майҙанда, «Карауан» сауҙа-йәрминкә комплексында, Орджоникидзе районында Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда  йәйелдереләсәк.