10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 11:29

Уҡытыусыларҙың эш хаҡына бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәт итергә мөмкин

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығында уҡытыусыларға эш хаҡын өҫтәү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башланы. Был хаҡта федераль ведомствоның сайтында хәбәр ителә.

«Ҡыҙыу линия» сәғәт 9-ҙан 18-гә тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, көн һайын эшләй. Телефон +7 (499) 152-67-61.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәй субъекттарында ла бындай эште ойошторорға тәҡдим итте. Ведомствола билдәләүҙәренсә, бындай ойошҡан эш уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу мәсьәләләре буйынса асыҡлыҡ индерергә ярҙам итәсәк.

Бынан тыш, проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһындағы мәғлүмәт мәғариф учреждениеларының стендтарында, мәктәптәрҙең, муниципалитеттарҙың һәм төбәк мәғарифҡа идара итеү органдарының рәсми сайттарында урынлаштырылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эш хаҡына бәйле барлыҡ һорауҙарҙы finmorb@ufanet.ru электрон адресына ебәрергә була.

Шулай уҡ ведомствола «ҡыҙыу линия» ла эшләй башланы. 8 (347) 276-17-20, 273-95-10 телефондары буйынса эш көндәрендә сәғәт 10-дан 17-гә тиклем шылтыратырға була.