3 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2011 йыл, 10:47

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенты һүҙҙәренә комментарий бирҙе

автор: «Башинформ»

Көн элгәре Мәскәү дәүләт университетында үткән Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың студенттар менән осрашыуында Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында белем алыусы Башҡортостан студенты республикалағы «насар милли сәйәсәткә» зарланған. Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте киләһе комментарий бирҙе:

— Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студентының позицияһы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты аптырауға ҡалдырҙы. Студент Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән осрашыу барышында республикалағы «насар милли сәйәсәткә» зарланған.

Башҡортостанда 2011 йыл Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Төбәктә 120-нән ашыу халыҡ вәкиле йәшәй, һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен көйләү өсөн күп нәмә эшләнә. Төрлө социологик һорау алыуҙарға ярашлы, милли мәсьәлә Башҡортостан халҡының 1-2 процентын ғына борсой, ә 75 процентынан ашыуы төбәктәге милли сәйәсәтте ыңғай баһалай. Һуңғы йыл эсендә Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылған бер генә етди пикет йәки митинг та теркәлмәгән. Йәғни, был мәғлүмәттәр республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге ниндәй ҙә булһа киҫкенлек хаҡында һөйләргә сәбәп бирмәй.

Әммә студент белдергән бындай фекер йәшәй икән, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов студент менән осрашырға һәм уны борсоған мәсьәләләрҙе тикшерергә әҙер. Осрашыу 26 октябргә планлаштырылған, — тиелә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте биргән комментарийҙа.