Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең туғандары менән осрашты

Йәмғиәт

20 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шағир һәм драматург Мостай Кәримдең туғандары менән осрашты. Осрашыу яҙыусы йәшәгән һәм ижад иткән фатирҙа үтте.

Республика башлығы Мостай Кәримдең эш кабинетында булды, уның ҡыҙы Әлфиә Кәрим ҡыҙы һәм башҡа туғандары менән аралашты, халыҡ шағирының шәхси китапханаһы менән танышты.

Рөстәм Хәмитов Мостай Кәримгә һәйкәл эшләүгә конкурстың тамамланыуын һәм уның 2012 йылда ҡуйыласағын билдәләне. Шулай уҡ яҙыусының тыуған ерендә — Шишмә районы Келәш ауылында йорт-музей төҙөү планлаштырыла.

Осрашыуҙан һуң Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәте ағзаларына драматургтың исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса күрһәтмәләр бирҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть