5 декабрь, Дүшәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 18:05

Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районында граждандарҙы ҡабул итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районы үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылында граждандарҙы ҡабул итте. Район үҙәгенең 10 күпфатирлы йортонда һыу үткәргесенең һәм канализацияның булмауы – халыҡ менән аралашҡанда күтәрелгән ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе булды.

Коммуникацияларҙың булмауы башҡа параметрҙар буйынса төҙөк булған ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе 500 кешегә ҡағыла. Йорттарҙа бер, ике һәм өс бүлмәле фатирҙар бар, уларҙа санузел өсөн бүлмәләр ҡаралған. Әммә һыу һәм канализация селтәрҙәре әле булһа үткәрелмәгән. Йорттар яңы, уларға ремонт эшләргә кәрәкмәй, уларҙың һәр береһендә үҙәк йылытыу пункты бар.

Рөстәм Хәмитов был коммуникацияларҙы төҙөү 2012 йылға республика адреслы инвестицион программаһына индерелһен өсөн тейешле күрһәтмә бирҙе.

Граждандарҙы ҡабул иткәндә күтәрелгән йәнә бер көнүҙәк мәсьәлә — ул республика райондарында юлдарҙың торошо. Ауылға тиклем юл һалыу йәки юлға ремонт эшләү үтенесе менән Башҡортостан Президентына килеүсе граждандарҙың бер нисәүһе мөрәжәғәт итте.

Шишмә районының Яңы Киевка ауылы кешеһе һүҙҙәренсә, төҙөк юлдың булмауы тоташ ауылдың юҡҡа сығыуына тиерлек килтергән. 1980 йылда ауылда 150-180 йорт булһа, бөгөнгө көндә уларҙың 39-ы ғына һаҡланып ҡалған. Ауылда мәктәп, медпункт, магазин ябылған. Ҡалған кешеләр яҡындағы Иҫке Муса ауылы менән бәйләнешен өҙмәһен өсөн яҡынса алты километрлыҡ асфальт юл һалырға кәрәк.

Рөстәм Хәмитов, күп аҡса талап ителһә лә, ауылдарҙа юлдар мәсьәләһе хәл ителәсәк, тип билдәләне. Ауылдарҙың ҙур юлдарҙан бер нисә километрға ғына сикләнгән булыуы төрлө төбәктәр өсөн хас, тип билдәләне Башҡортостан Президенты граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң ауыл биләмәләре башлыҡтары менән үткәрелгән кәңәшмәлә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн илдә ауыл юлдарын ремонтлауға һәм төҙөүгә йүнәлтелгән махсус федераль программа эшләп килә. Уның сиктәрендә быйыл Башҡортостанда ҙур юлдар менән һигеҙ ауыл тоташтырылған. 2012 йылда уларҙың һаны – 23, 2013 йылда 30-ҙан ашыу буласаҡ. Шулай итеп, федераль программа буйынса өс йыл эсендә яҡынса 60 ауылға асфальт юл һалынасаҡ. Әммә оло юлдар менән тоташтырыуҙы талап иткән ауылдар һаны республикала төрлө иҫәпләүҙәр буйынса 400-ҙән алып 500-гә тиклем тәшкил итә. Шуға күрә мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль ғына түгел, республика бюджеты аҡсалары ла йәлеп ителәсәк. Башҡортостанда махсус юл фонды булдырылған. Быйыл ул яҡынса һигеҙ миллиард һум тәшкил итә. Киләһе йылға фонд средстволары 9-9,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсалар юлдар төҙөүгә йүнәлтеләсәк.

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү, ауыл мәктәптәрен автобустар менән тәьмин итеү, балалар баҡсаларының етмәүе, ауыл эсендә газ үткәргестәр һалыу мәсьәләләренә лә ҡағылды.