4 декабрь, Йәкшәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 16:46

Урал аръяғы халҡы иртәгә терегөмөшлө иҫке лампаларҙы бушлай тапшыра аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Йома, 21 октябрҙә, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле Сибай һәм Баймаҡ халҡынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына тапшырырға ярамаған терегөмөшлө изделиеларҙы бушлай ҡабул итәсәк. Терегөмөшлө лампаларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт Сибайҙың үҙәк майҙанында –10-дан 13 сәғәткә тиклем, Баймаҡта  15 — 17 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.

— Экомобиль Урал аръяғы райондарына беренсе тапҡыр ғына юлланмай. Миҫал өсөн, күптән түгел Учалыла йөрөп ҡайтҡайныҡ, унда урындағы халыҡтың әүҙемлеген күрҙек. Учалыла бер көн булған арала беҙ сафтан сыҡҡан терегөмөшлө люминесцент һәм энергия һаҡлаусы 700-ләгән лампаны йыйып, утилләштереүгә тапшыра алдыҡ. Сибай менән Баймаҡта ла тәбиғәтте һаҡлау акцияһына иғтибар кәм булмаҫ, тип ышанабыҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.