4 декабрь, Йәкшәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 15:54

Газ Башҡортостан ауылдарындағы һәр йортҡа еткереләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан ауылдарында газ һәр йортҡа еткереләсәк. Был хаҡта Ҡырмыҫҡалыла граждандарҙы ҡабул итеү барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа төбәктә ҡасабалар араһындағы газ үткәргестәр төҙөлөшөндә кире тенденция өҫтөнлөк иткән. Газ тораҡ пункттарға еткерелгән дә, эш шуның менән туҡтап ҡалған.

— Мин быны тыуған ауылым өлгөһөндә лә күҙәттем, — тип аңлатма бирҙе Рөстәм Хәмитов. – Газ үткәргес торбаларҙы ете-һигеҙ йыл элек һалдылар, ә газ бер нисә йортҡа ғына үткәрелде. Ошонан һуң барыһы ла туҡталып ҡалды. Һуңынан оҙаҡ ваҡыт газдың йорттарға барып етеүен талап итергә тура килде.

Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы ҡабул итеүе билдәләнгән проблеманың дөйөм республика күләмендә булыуын күрһәтте. Ауыл эсендә газ үткәргестәрҙең булмауы Башҡортостандың төрлө райондарына хас. Газдың ярайһы ҡиммәт булыуына ҡарамаҫтан, ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе был яғыулыҡтың йорттарына килеп етеүен теләй, бигерәк тә газ үткәргес торбалар тораҡ пунктҡа тиклем һалынған икән. Әммә халыҡҡа өйҙәренә газды төп торбанан үҙҙәренең иҫәбенә үткәрергә тәҡдим итәләр. Бындай эш уртаса алғанда 150 – 170 мең һумға барып баҫа. Ауыл халҡының күбеһе өсөн бындай сумма көс еткеһеҙ.

Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, был мәсьәлә яҡын арала хәл ителәсәк. Рөстәм Хәмитов күптән түгел «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән осрашыу үткәргәйне. Республика башлығы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға ла тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостанда ауылдан ауылға газ үткәргестәр һалыу эштәре туҡтатылып торасаҡ, бөтә көс хәҙер республика тораҡтары эсендә газ үткәргестәр төҙөүгә йүнәлтеләсәк.