10 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 15:21

Өфөлә «Ғәҙел һайлауҙар өсөн» килешеүенә ҡул ҡуйылды

автор: Людмила Терновая

20 октябрҙә Өфөлә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда, «Ғәҙел һайлауҙар өсөн» килешеүенә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Килешеү «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысы менән булдырылған.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев, КПРФ-тың Башҡортостан рескомы бюроһы ағзаһы Илһам Ғәлин, ЛДПР-ҙың Башҡортостан төбәк бүлексәһе координаторы урынбаҫары Станислав Загурский, «Яблоко» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Сергей Наумкин, «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе комитеты рәйесе Заһир Хәкимов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы яуаплы координаторы Александр Дегтярев килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Берҙәм рәсәйлеләрҙең сәйәси партияларға мөрәжәғәтендә билдәләнеүенсә, килешеү граждандарҙың хоҡуҡи мәҙәнилеген арттырыуға, шулай уҡ закондарға таянып, һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихтирам күрһәтеп, демократик, ғәҙел һәм асыҡ һайлауҙар үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.