10 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 14:32

«Домком» проекты буйынса Башҡортостанда 4900-гә яҡын йорт советы булдырылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Домком» проекты тормошҡа ашырыла башлағандан бирле республикала 4884 йорт советы булдырылды, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Нәҡ ошондай эш тәртибе идарасы компанияларҙың һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренең эшмәкәрлегендә тәртип булдырырға яраҙм итәсәк.

13 сентябрҙә, идарасы компанияларҙы һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәрен тикшереү буйынса ведомство-ара комиссияла, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был эшкә граждандарҙы йәлеп итергә ҡушҡайны. Был мәсьәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре тикшерҙе, шулай итеп «Домком» проекты булдырылды. Ул йорт советтарын ойошторғанда халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе, йорт комитеттары рәйестәрен бушлай уҡытыуҙы, уларҙы идарасы компанияларҙы һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәрен тикшереүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

Йорт советтарын булдырыу РФ Торлаҡ кодексының яңыртылған варианты менән ҡаралған. Закон проектының авторҙаштары – Башҡортостандың Дәүләт Думаһындағы депутаттары. Июнь аҙағынан алып Башҡортостан яңыртылған Торлаҡ кодексын тормошҡа ашырыу буйынса һынап ҡарау майҙансығы тип иҫәпләнә.