3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 14:12

Күсемһеҙ милек күргәҙмәһендә Өфөлә бизнес-турҙар ойоштороласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә көтөлгән «Күсемһеҙ милек. Көҙ–2011» күргәҙмә-йәрминкәһенең программаһына бер нисә яңылыҡ индерелгән. Ойоштороусылар уның форматын үҙгәртеп, яңы проекттар өҫтәгән. Атап әйткәндә, быйыл тәүге тапҡыр бизнес-турҙар (халыҡ өсөн күргәҙмә экскурсиялар) ойоштороласаҡ.    

28 октябрҙә «Яңы Иглин» коттедждар ҡасабаһына, «Юлдаш» һәм «Иҫке үҙәк» (Өфөләге Чернышевский һәм Ғафури урамдары киҫелешендәге күп ҡатлы бейек йорт) биҫтәләренә бизнес-турҙар үткәреләсәк. 29 октябргә «Яңы Иглин», «Яңы Булгаков» һәм «Нуғай премиум» ҡасабаларына турҙар планлаштырылған.

«Башинформ» агентлығына «Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм дәүләт хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, теләге булғандарҙың барыһына ла төҙөлөш объекттарын үҙ күҙҙәре менән күреү, уларҙың әҙерлек кимәлен тикшереү һәм өҫтөнлөктәрен билдәләү мөмкинлеге биреләсәк. Экскурсиялар оҙайлылығы ике-өс сәғәт. Автобустар «Аҡбуҙат» ипподромынан график буйынса ҡуҙғала. Бизнес-турҙарға 282-07-11, 8-917-77 09-171 телефондары аша алдан теркәлергә кәрәк. Күргәҙмәлә лә сәфәргә юлланыусылар рәтенә ҡушылырға мөмкинлек буласаҡ, бының өсөн мәғлүмәт стендына ойоштороусыларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.