4 декабрь, Йәкшәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 13:26

«Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» башлығы Михаил Ширунов интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Ринат Искужин

20 октябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Михаил Шируновтың онлайн-конференцияһы үтте.

«Ижтимағи электрон гәзит» сайтына йәмғеһе 60 һорау килде. Бер сәғәт дауамында энергия һатыу компанияһы башлығы уларҙың яртыһынан күберәгенә яуап бирҙе.

Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.

Михаил Шируновтың виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.

Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.