6 декабрь, Шишәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 13:00

Йыл башынан алып республикала 147,1 млн тонна йөк ташылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл туғыҙ айҙа республика транспорты менән 147,1 млн тонна йөк ташылған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был 7,6 процентҡа күберәк. Республика статистиктары төбәктәге йөк транспорты эшмәкәрлеген баһаланы. Йөк ташыу һәм йөк әйләнеше күләмдәре һиҙелерлек артҡан, бөтә төр транспортта ла ыңғай динамика күҙәтелә.

Иң күп йөк үткәргес торбалар транспортына тура килә – 81 млн 340 мең тонна. Автомобиль транспорты икенсе урында – 39 млн 596 мең тонна.

Пассажирҙар ағымы ла кәмемәй. Йыл башынан алып автобустар – 346 миллиондан ашыу, троллейбустар 44 миллиондан ашыу кешене ташыған, 25 млн самаһы граждандар трамвайға өҫтөнлөк биргән.