6 декабрь, Шишәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 12:33

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» республика фестивале Стәрлетамаҡта үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» республика фестивале бөгөн, 20 октябрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, икенсе йыл рәттән үткәрелгән сарала 10 команда ҡатнашасаҡ.

— Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» шоу-фестивале күп сюрприздар әҙерләй – модалы командалар, шаяртыуҙар, көлкөлө номерҙар. Бүләктәрҙең береһе – ПреParty: бағыусыларҙан приздар һәм күстәнәстәр, — тип һөйләне байрамды ойоштороусылар – Стәрлетамаҡтың Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы хәрәкәте һәм клубтың «Асмандарға ашыу» командаһы.