10 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 12:20

20 октябрь – халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең (Мостафа Сафа улы Кәримовтың) тыуыуына бөгөн 92 йыл тула. Ул 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.

Йола буйынса шағир иҫтәлегенә арналған саралар бөгөн Өфөлә көн дауамында барасаҡ. Шулай итеп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла «Мостай уҡыуҙары» сиктәрендә Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ижади эштәр конкурсына һәм халыҡ шағирының ижади мираҫын һәм тормош юлын өйрәнеү буйынса интернет-викторинаға йомғаҡ яһаласаҡ. Кисен, 20 октябрҙә, шағир исемен йөрөткән Башҡортостандың Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы мотивтары буйынса әҙерләнгән «Тоҡ эсендәге бесәй» спектакленең премьераһы үтәсәк. Өфө тамашасыһына уны яҡташыбыҙ, Мәскәүҙең «Ленком» театры режиссеры Илдар Ғиләжев тәҡдим итә.

Халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөлә һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла. Башҡорт әҙәбиәте классигына арналған скульптура композицияһы уның исемен йөрөткән урамда — Профсоюздар йорто янындағы скверҙа  урын аласаҡ. Уның авторы, конкурста еңгән Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук Мостафа Сафа улын аяҡ үрә баҫтырып һынландырған.

темалар: мостай кәрим