5 декабрь, Дүшәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 11:32

Иң ҡыйбат фатир Өфөлә 18 миллион һумға һатыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Октябрҙә Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 48,7 мең һум тәшкил итә. Йыл башынан алып хаҡтар —8,65 процентҡа, бер айҙа 0,98 процентҡа артҡан.

Һатыуға 3815 фатир тәҡдим ителгән, был ҡалалағы күп ҡатлы торлаҡ фондының 0,93 процентын тәшкил итә. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитиктары мәғлүмәте буйынса, Өфөлә һатылған фатирҙың уртаса хаҡы – өс миллион һум тирәһе.    

Элиталы торлаҡ һәм юғары уңайлыҡлы торлаҡ сегментындағы хаҡтар диапазоны — «квадратына» 47 меңдән 123,3 мең һумға тиклем. Иң юғары хаҡ — Киров урамындағы элиталы йорттарҙа. Тәҡдим ителгән минималь хаҡ Өфө янындағы фатирҙарҙа (Аэропорт, Металлобаза) теркәлгән — квадрат метрына 15,3 мең һум. Бәләкәй ғаиләләргә тәғәйенләнгән иң арзан фатир ҡала янында 700 мең һум тора, иң ҡыйбат фатир ҡала үҙәгенән тәҡдим ителә — 18 миллион һум.