11 декабрь, Йәкшәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 11:18

Күмертауҙа беренсе Әсәләр форумы үтте

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа ҡалалағы беренсе Әсәләр форумы үтте. Унда учреждение һәм предприятиелар етәкселәре, педагогтар, табиптар ҡатнашты. Форум алдынан ҡатнашыусылар өсөн консультация үҙәгенең эше ойошторолдо. Белгестәр ҡатын-ҡыҙҙарға юридик, әсәлек, ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса консультациялар бирҙе.

— Әсә-ҡатын-ҡыҙ, ғаилә усағын һаҡлаусының роле һәр ваҡыт баһалап бөткөһөҙ булды һәм булып ҡала, — тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. — Тормошобоҙ мәғәнәһе – ул балалар табыу һәм уларҙы тәрбиәләү, кешелекте дауам итеү.

Борис Беляев үҙенең сығышында Күмертау үҫеше перспективаларына иғтибар йүнәлтте, балалар табыу һәм уларҙы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр һәм балаларға ярҙам итеү буйынса ниндәй саралар күрелеүе тураһында һөйләне.  

Форумда ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ өлкәһендәге дәүләт һәм муниципаль сәйәсәткә, ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлауға, күп балалы һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә балалар тәрбиәләүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Форумда ҡатнашыусылар 15-16 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй Әсәләр форумына делегаттар һайланы.

Ҡала Форумы тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы менән тамамланды. Ҡала башлығы Кабановтар һәм Чекеневтар ғаиләләрен балалары тыуыуы менән ҡотланы һәм ата-әсәләр менән сабыйҙарға сәләмәтлек, бәхет теләне.