6 декабрь, Шишәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 11:18

Константин Толкачев: «Власть асыҡлығы принцибына таянып эш итәбеҙ»

автор: Людмила Терновая

19 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең республиканың ижтимағи-сәйәси баҫмалары етәкселәре менән осрашыуы үтте. Сарала «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльза Хорева, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов ҡатнашты. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Сараны асып, парламент спикеры Константин Толкачев бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреү кәрәклеген билдәләне.

— Артабан үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын тикшерергә, һеҙҙән тәҡдимдәр ишетергә теләр инек, — тине Константин Толкачев. — Әлеге ваҡытта закон проекттары буйынса ла, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты, блог һәм башҡа мәғлүмәт саралары аша халыҡтан килгән һорауҙар буйынса ла парламентта әүҙем эш алып барыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта халыҡ үҙ хоҡуҡтарын белмәй һәм уларҙы яҡлай ҙа алмай. Был аңлатыу эшен бергә алып барырға тейешбеҙ.

Осрашыуҙа яҡтар парламент эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса башҡараһы эштәр хаҡында фекер алышты, уның эшмәкәрлеге тәү сиратта уҡыусыға ҡыҙыҡ булырға тейеш. Спикер социаль йәһәттән мөһим закондарҙы халыҡҡа тиҙ арала еткереү кәрәклеге хаҡында әйтте.

— Һәр баҫма уҡыусыларына, гәзит концепцияһына, редакция алып барған сәйәсәткә ҡарап үҙ эшен ҡорорға тейеш, — тине Константин Толкачев. – Публикациялар уҡыусыға йүнәлтелгән булырға тейеш. Беҙ власть асыҡлығы принцибына таянып эшләйбеҙ. Беҙҙең эшмәкәрлеккә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға ла аңлатмалар һәм комментарийҙар бирергә әҙербеҙ.