3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2011 йыл, 9:55

Рифҡәт Арыҫланов Рәсәй Рәссамдар союзының алтын миҙалы менән бүләкләнде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов Рәсәй Рәссамдар союзының «Рухлылыҡ. Традициялар. Оҫталыҡ» алтын миҙалы менән бүләкләнде. Быйыл рәссамға 65 йәш тулды.

Бөгөнгө көндә Рифҡәт Арыҫланов опера һәм балет театрында әүҙем ижад итеүен дауам итә, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта. Үҙенең уҡытыусыһы итеп ул атайын, республиканың билдәле сценография белгесе Мәхмүт Арыҫлановты атай.

Ошо көндәрҙә Өфө сәнғәт галереяһында Рифҡәт Арыҫлановтың шәхси күргәҙмәһе асылды.