Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостан имамдары йыйылышты

Сәйәсәт

Ҡырмыҫҡалы районы мәсетендә Ауырғазы, Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалы имамдары йыйылышты. Осрашыуҙа район хакимиәте һәм Рәсәй ислам университеты вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Ҡырмыҫҡалы районының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

— Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлау, граждандарҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, халыҡтарҙың конфессия-ара татыулығын һәм дуҫлығын нығытыу, ғаилә традицияларын яҡлау – быларҙың барыһы ла дини ойошмалар өсөн беренсе урында торорға тейеш, — тип белдерҙе Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ильмира Ғәлиәхмәтова. – Бөгөнгө көндә алкоголизм, суицид, наркомания кеүек кире күренештәр йышыраҡ осрай. Был афәт менән көрәшер өсөн, көстәрҙе тупларға кәрәк. Районыбыҙҙа дин эшмәкәрҙәренең әүҙем булыуы ҡыуандыра.

Руханиҙар хажға барыу, дини белемде үҫтереү, экстремизмға ҡаршы көрәшеү мәсьәләләрен тикшерҙе һәм Башҡортостанда, Рәсәйҙә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу кәрәклеген билдәләне.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть