10 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2011 йыл, 17:48

Рөстәм Хәмитов Финляндияның Sampo-Rosenlew Ltd концерны вәкилдәре менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

19 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Sampo-Rosenlew Ltd фин концернының генераль директоры Яли Прихти етәкселегендәге концерн делегацияһы менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Sampo-Rosenlew –  Европа кимәлендәге иген урыу техникаһы етештереүселәренең береһе.

Һөйләшеүҙәр барышында Башҡортостанға Финляндияла етештерелгән иген урыу техникаһын поставкалау мәсьәләләре, шулай уҡ республика биләмәһендә Sampo-Rosenlew фирмаһы комбайндары производствоһын ойоштороу перспективалары ҡаралды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Һеҙҙе Башҡортостандың баш ҡалаһында – Өфөлә сәләмләүемә шатмын. Беҙҙең республика, һеҙгә билдәле булыуынса, — Рәсәй Федерацияһының эре субъекттарының береһе. Һәм беҙ, һис шикһеҙ, үҫешкән ауыл хужалығы производствоһы менән айырылып торабыҙ. Халыҡтың ҡырҡ проценты ауыл ерендә йәшәй. Яҡын киләсәктә лә шулай буласаҡ. Әлегә урбанизация процестары күҙәтелмәй. Һәм беҙ һәр ваҡыт ауылда йәшәгән 1 миллион 600 мең кешене нисек эш менән тәьмин итеү тураһында уйларға тейешбеҙ. Бынан тыш, аҙыҡ-түлек производствоһы перспективалы тармаҡ булып тора. Был бик яҡшы бизнес, һәм беҙ уны заманса итергә бурыслы. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларын беҙ заманса техника менән йыһазландырырға тейеш. Беҙҙең өсөн был бик мөһим һәм ҙур бурыс, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Комбайндар һәм тракторҙар кеүек ауыл хужалығы техникаһы етешмәүе ныҡ һиҙелә. Быйыл иген уңышы мул булды. Уңышты оҙаҡ йыйырға тура килде. Урып йыйыу эштәрен әле саҡ, октябрҙә, тамамлайбыҙ. Сентябрҙә һауа торошо уңай булманы, ямғырҙар күп яуҙы, эшләй аманыҡ. Ә августа өлгөрмәнек, сөнки техника етешмәй. Беҙҙәге майҙандарҙа ураҡ эштәрен башҡарып сығыр өсөн тағы ла 1,5 мең комбайн кәрәк. Сәсеүлек майҙандарын арттырырға теләйбеҙ. Бөгөн малсылыҡта ла, экспортҡа оҙатыуҙа ла, башҡа төрлө продукция етештереүҙә лә иген талап ителә. Һауа шарттарына ҡарамайынса, йыл һайын тотороҡло рәүештә 3 – 3,5 миллион тонна иген етештереүгә сығырға теләк бар. Әммә бының өсөн, әлбиттә, техника менән башҡараҡ кимәлдә йыһазландырылған булыу кәрәк. Тимәк, Башҡортостан Республикаһын техника менән тәьмин итеүҙе тикшереү мөмкинлегенән ҡарағанда, һеҙҙең визитығыҙҙың бик яҡшы перспективалары бар. Беҙгә техника йыйыу өсөн майҙансыҡ кәрәк. Шулай уҡ яңы эш урындары, яңы һалымдар кәрәк. Беҙ, әлбиттә, беҙҙең территорияла ошондай производстволар булдырылыуын теләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Яли Прихти Рөстәм Хәмитовҡа осрашыу өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт. Мин иген урыу комбайндарын етештереүсе Sampo-Rosenlew компанияһы вәкиле. Беҙ һеҙҙең менән бәйләнештәр булдырырға теләйбеҙ. Рәсәй баҙарын оҙаҡ йылдар дауамында өйрәндек. Асыҡланыуынса, Башҡортостанда агросәнәғәт өлкәһен яҡшы беләләр. Башҡортостан баҙарын да тикшерергә булдыҡ. Төбәктә үҙ бизнесыңды асыу мөмкинлектәрен ҡараныҡ. Һәм, аңлауыбыҙса, территорияның күп өлөшөн ауыл хужалығы биләй, — тине Финляндия бизнесмены.

— Бында, урындағы предприятиеларҙа, комбайндар эшләү өсөн компаниялар асырға һәм төрлө мөмкинлектәрҙе тикшерергә теләйбеҙ. Йыйыу производствоһы хаҡында әйтмәйбеҙ – урындағы предприятиеларҙа производствоның тулы процесы булдырыласаҡ. Беҙҙең төп тәҡдим – урындағы предприятиеларҙа иген урыу комбайндарын етештереүҙе ойоштороу. Иҫке түгел, ә бөтә донъяла танылыу тапҡан яңы моделдәр эшләү. Финляндияла етештерелгән кеүек үк юғары сифатлы комбайндарҙы тулыһынса бында эшләү өсөн производствоны әүҙемләштереү төп маҡсат булып тора. Бының өсөн беҙгә бында партнерҙар, эшселәрҙе уҡытыу кәрәк. Производство булдырыу өсөн база ла кәрәк буласаҡ, — тип билдәләне Sampo-Rosenlew концерны башлығы.