7 декабрь, Шаршамбы

19 октябрь 2011 йыл, 16:46

Шәкәр заводтарына 415 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр оҙатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 763 936 тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, аграрийҙар сөгөлдөр ҡабул итеү пункттарына 415 862 тонна тамыраҙыҡ тапшырған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Республика баҫыуҙарында «татлы» уңышты йыйыу дауам итә. Уртаса уңыш гектарынан 251 центнерҙы тәшкил итә. Һуңғы тәүлек эсендә йыйылған уңыш күләме 2,1 процентҡа артҡан. Был көндө айырыуса Миәкә һәм Стәрлетамаҡ сөгөлдөрсөләре яҡшы эшләгән, улар үҙҙәренең күрһәткестәрен 6,6 һәм 8 процентҡа яҡшыртҡан.

19 октябргә ҡарата шәкәр сөгөлдөрө 30 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған. Был республикалағы ошо техник культура сәселгән майҙандарҙың яртыһы тиерлек. Бишбүләк районы ауыл хужалығы предприятиелары һуңғы гектарҙарҙа эш алып бара, Дәүләкән һәм Миәкә райондары сөгөлдөрсөләре лә ырамлы эшләй.

Әлшәй, Благовар, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез райондары хужалыҡтары барыһынан да күберәк сөгөлдөр йыйып, шәкәр заводтарына ташыған.