11 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2011 йыл, 15:46

Өфөлә йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең тәүге көнө старт алды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Лилиә Морсалова

Конкурстың беренсе көнө программаһында — өс һынау. Улар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы нигеҙендә үтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең  бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе финалында ҡатнашыу өсөн Өфөгә бөтә илдән 90 кеш йыйылды. Сараны асыу тантанаһы көн элгәре Конгресс-холда үтте.

Форумда ҡатнашыусыларҙы, эксперттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина былай тине: «Бөгөнгө көнөбөҙ һәм киләсәгебеҙ рухи һәм физик яҡтан сәләмәт, интеллектуаль йәһәттән үҫешкән һәм әүҙем ижади эшмәкәрлек алып барған йәштәрҙән тора».

Программаны матур концерт дауам итте. Әлеге конкурс программаһы сараларға бай, ҡатнашыусылар ваҡыты минутлап бүленгән – оҫталыҡ кластары, ток-шоу, интеллектуаль уйындар, практик күнекмәләр һәм башҡалар.

Дәүләт йәштәр сәйәсәтенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бер нисә номинация буйынса һайланасаҡ. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың оҫталығын һәм тәжрибәһен ғилми мәктәптәр вәкилдәре, алдағы конкурстарҙа еңеүселәр, йәштәр менән эшләүсе белгестәр баһалаясаҡ.

Сараны ябыу һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 21 октябрҙә Конгресс-холда үтәсәк.