10 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2011 йыл, 15:29

Башҡортостанда орлоҡ фонды 99 процентҡа тулыланған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың орлоҡ фонды тулыланып бөттө тиерлек, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. 19 октябргә аграрийҙар 289 мең тонна орлоҡ һалған. Планға ҡарата был 99%. Алты райондан тыш, республиканың бөтә хужалыҡтары ла яҙғы сәсеүгә орлоҡ запасы әҙер. Дүрт районда – Әлшәйҙә, Благовещенда, Илеш һәм Стәрлетамаҡта орлоҡ һалыу буйынса план арттырып үтәлгән.

Игендең республика страховка фондына 33 мең тонна һалынған, был 75 процентты тәшкил итә. 33 районда план үтәлгән. Иң күп иген Стәрлетамаҡ һәм Шаран райондары предприятиеларында – 1,7 һәм 1,8 мең тонна.

Бер үк ваҡытта күсмә фонд та тулылана. Унда әле 76 мең тонна орлоҡ тупланған, йәғни планлаштырылғандың 88 проценты.