Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Благовещенда партия проекты сиктәрендә ишек алдарына ремонт үткәреү тамамлана

Сәйәсәт

Благовещенда ишек алдарын төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмөнөң сираттағы күсмә ултырышы үтте. Был йүнәлештәге эш «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» партия проекты менән бер юлы алып барыла, тип хәбәр итә ER.RU.

Благовещенда ихаталарҙа ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша — «УфаТрансСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы менән эштәрҙең 95 проценты башҡарылған: йәйәүлеләр һәм йорт алды юлдарына, кер элеү һәм машиналар ҡуйыу урындарына асфальт түшәлгән. Һигеҙ йорт төҙөкләндерелгән, туғыҙынсыһында эштәр дауам итә.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Фазылов йорт алды биләмәләрен артабан төҙөкләндереү буйынса пландар менән уртаҡлашты. Урындағы бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү арҡаһында ихаталарҙы йәшелләндереү һәм яҡтыртыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ, ә уларҙың береһендә балалар өсөн майҙансыҡ та төҙөргә планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть