4 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2011 йыл, 13:47

Өфөләге яңы балалар баҡсалары йыл аҙағына тиклем сафҡа индереләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

1 октябргә ҡарата Өфөләге балалар баҡсалары төҙөлөшө Башҡортостан бюджеты средстволары иҫәбенә 451,5 миллион һумға финансланған. Өфө ҡаҙнаһынан 864,9 мең һум аҡса күсерелгән. Был хаҡта Өфө мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте.

Бынан тыш, быйыл «Ҡариҙел» биҫтәһендә 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Яңы уҡыу йылы башланыуға Сипайловола һәм Инорста өс яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Йыл аҙағына тиклем Дим биҫтәһендәге һәм Черниковская урамындағы балалар баҡсалары төҙөлөп бөтөргә тейеш. Был объекттарҙың һәр береһе 200 урынға иҫәпләнгән.

Бөгөнгө көндә тулы ҡеүәтенә Дим районындағы 102-се Башҡорт гимназияһын реконструкциялау, яңы ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыу эштәре алып барыла. Ленин районындағы 39-сы гимназия бинаһы ла реконструкциялана. «Дим-8», «Колгуевский», «Йүрүҙән» биҫтәләрендәге мәктәп биналарын, Совет районындағы 23-сө мәктәпте проектлау буйынса эштәр алып барыла. Дим районындағы 101-се мәктәптең яңы бинаһы проекты өҫтөндә лә эш башланған.