Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбендә

Иҡтисад

Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 396,3 млрд һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта. Тауар массаһында был былтырғы йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 5,3 процентҡа күберәк. Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса республика Рәсәй Федерацияһының тәүге ун төбәге иҫәбендә ҡала.

Республиканың ҡулланыусылар баҙарындағы хәлдәрҙе статистиктар тотороҡло тип баһалай. Халыҡҡа 197 млрд һум суммаға аҙыҡ-түлек һатылған — был эсемлектәр һәм тәмәке изделиеларын иҫәпкә алғанда. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатыу иһә 199,3 млрд һумға барып баҫҡан.

Белгестәр билдәләүенсә, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше башлыса тауарҙарҙы ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға һатыу иҫәбенә формалаша.

Йәйге каникулдар һәм отпускылар миҙгеле тамамланды, ошоға бәйле йәмәғәт туҡланыу хеҙмәттәренә һорау артыуы күҙәтелә. Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше 17,5 млрд һумға еткән (уҙған йылға ҡарата 106,6 процент).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть