2 декабрь, Йома

19 октябрь 2011 йыл, 13:10

Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Башҡортостан иҡтисадын модернизациялауҙың демографик факторҙары» темаһы тикшереләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

20 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белгестәр «Башҡортостан Республикаһы иҡтисадын модернизациялауҙың демографик факторҙары» темаһына фекер алышасаҡ. Түңәрәк өҫтәл Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының 20 йыллығына арнала.

Был өлкәгә ҡағылышы булған республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, ғалимдар был проблемаға ҡарата үҙ фекерен әйтәсәк.

Ҡатнашыусылар демографик үҫештең йәмғиәтте яңыртыуға бәйле булыуын күрһәтергә ниәтләй. Түңәрәк өҫтәл дауамында бер нисә проблеманы ҡарау һәм хәл итеү планлаштырыла. Атап әйткәндә, белгестәр демографик хәлдәр үҙгәрешенең хеҙмәт баҙарына ниндәй йоғонтоһо яһауын асыҡлаясаҡ. Иҡтисадты модернизациялау арҡаһында ғаилә мөнәсәбәттәренең трансформацияланыуы мәсьәләһен күтәрәсәк, модернизацияың халыҡ сәләмәтлегенә нисек йоғонто яһауын тикшерәсәк.

Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостанда хәҙерге демографик процестар, халыҡтың йәшәү кимәле, демографик тенденциялар һәм кешелек потенциалының үҫеше, хеҙмәт миграцияһы проблемалары, никах тенденциялары һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана.