Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте «Алтын көҙ-2011» күргәҙмәһендә Гран-приға лайыҡ булды

Иҡтисад

Республика аграрийҙары Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ-2011» күргәҙмәһенән ике Гран-при алып ҡайтты. Рәсәй агросәнәғәт форумының юғары наградаһына күргәҙмәне үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡортостан Хөкүмәте лайыҡ булды. Йәнә бер Гран-прины күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге алды. Был предприятие 111 миҙал яулаған. Башҡортостан аграрийҙары һандығында йәмғеһе 449 миҙал бар: 277 – алтын, 105 – көмөш һәм 67 – бронза.

«Алтын көҙ-2011» ХIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә донъяның 32 иленән 2500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан. Рәсәйҙән 58 төбәк сығыш яһаған, экспозицияның дөйөм майҙаны 90 000 квадрат метр тәшкил иткән.

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкселегендәге республика делегацияһы иң-иңдәр рәтендә булған.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика күргәҙмәлә берҙәм стенд менән тәҡдим ителгән. Был юлы үҙенең продукцияһы менән 81 предприятие таныштырған. Конкурс программаһында республика агросәнәғәт комплексының яҡынса 130 предприятиеһы ҡатнашҡан.

Күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник булған. Рәсми делегация етәкселәре һәм эшкәртеү предприятиелары вәкилдәре үҙҙәренең продукцияһы һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексының потенциалы тураһында ентекле һөйләгән. Партнерҙар һәм потенциаль инвесторҙар менән осрашыуҙар һәм эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть