3 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2011 йыл, 12:06

Өфө халҡы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡтар менән яҙылыу мөмкинлегенән әүҙем файҙалана

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Әле Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға яҙылыу декадаһы бара. Яҙғы һәм йәйге яҙылыу кампаниялары осоронда йылына ике тапҡыр ойошторолоусы традицион акция 13 октябрҙә старт алды һәм 23-өнә тиклем дауам итәсәк. Ни бары ошо көндәрҙә теләге булғандар 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙыла ала. Ташламалар редакцияларҙа ла, почталарҙа ла ҡаралған.

Отошло тәҡдимдән файҙаланырға теләүселәр аҙ түгел. Мәҫәлән, Өфөнөң Орджоникидзе районында Колхоз баҙары алдындағы майҙанда бер нисә сәғәт барған «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» акцияһында 120-нән ашыу кеше яратҡан баҫмаларына яҙылған.  

— Ҡала һәм республика баҫмалары бүләктәр әҙерләне, күргәҙмәләр ойошторҙо, үҙенең баҫмаларын бушлай таратты, ә почта хеҙмәткәрҙәре каталогта тәҡдим ителгән бихисап баҫмалар араһынан иң кәрәклеләрен һайлап алырға ярҙам итте, яҙылыу варианттары буйынса консультациялар алып барҙы, яңы гәзит-журналдар менән таныштырҙы,  — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ошондай саралар Дим, Калинин райондарында ла ойошторолдо. Сиратта – Совет районы, унда 21 октябрь «Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө» тип иғлан ителгән. Акция 10.00 — 15.00 сәғәттәрҙә Үҙәк баҙар алдындағы майҙанда үтәсәк. Был көндәрҙә Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондарында ла ошондай саралар бара.

темалар: акциялар