4 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2011 йыл, 11:43

Күгәрсен районында Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын наградлау тантанаһы үтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы үтәсәк. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы был абруйлы премияны биреү буйынса комиссия өс лауреатты билдәләне. Улар – Фәнүр Ғилманов — «Донъя был…» китабы өсөн; Сибәғәт Рахманғолов — «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» очерктар шәлкеме өсөн; Эмиль Мусин, Венера Ильясова, Алексей Шильников һәм Ләлә Латипова составындағы «Туймазинский вестник» гәзитенең журналистар коллективы – үҙҙәренең өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи камиллыҡҡа ынтылыуға, кешелек ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе замандаштарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ҡатнашасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар Шаһит Хоҙайбирҙин музейына барасаҡ, һәйкәлгә сәскәләр һаласаҡ.