9 декабрь, Йома

19 октябрь 2011 йыл, 11:20

Йыл башынан алып Өфөлә 5 меңдән ашыу фатир сафҡа индерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында 400 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ (5169 фатир) төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 115,2 процентты тәшкил итә. 195,5 мең кв.м. күп ҡатлы һәм 206 мең кв.м. шәхси торлаҡ төҙөлгән. Быйылғы йылда күҙалланған күләмдең яртыһынан ашыуы файҙаланыуға тапшырылған. Был хаҡта Өфө мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, йыл башынан алып ҡала социаль ипотекаһы буйынса йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә дөйөм майҙаны 17,3 мең кв.метрлыҡ торлаҡҡа 464 миллиондан ашыу суммаға 324 килешеү төҙөлгән. Төҙөлөш барған торлаҡ йорттар буйынса килешеү төҙөү ҡала социаль ипотекаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә вәкәләтле предприятиелар (Өфө ҡала ипотека кредитлауы агентлығы, БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды, Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитеты) аша алып барыла.        

Йәнә Владислав Никитиндың билдәләүенсә, ҡала эсендәге шәхси йорттар төҙөлгән райондарҙы электр һәм һыу менән тәьмин итәсәк инженерлыҡ селтәрҙәрен төҙөүгә быйыл 45,3 мең һум бүлеү ҡаралған. Шәхси секторға ҡала бюджетынан инженерлыҡ коммуникацияларын проектлау һәм һуҙыуға 51 миллион һумдан ашыу аҡса биреләсәк. Капиталь төҙөлөш буйынса ҡала адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға иһә быйыл 221 миллион һум самаһы бүленәсәк.