8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2011 йыл, 11:13

Рөстәм Хәмитов Польшаның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

18 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский менән осрашты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

— Республикабыҙҙың төп иҡтисади күрһәткестәре менән таныштығыҙ инде, төбәктең Рәсәйҙәге иң эре субъекттарҙың береһе булыуын аңлайһығыҙ. Күп параметрҙар – иҡтисади күрһәткестәр, сәнәғәт производствоһы күләмдәре һәм тулайым төбәк продукты, ауыл хужалығы буйынса ла беҙ илдең ун иң эре төбәге иҫәбендә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер беҙ республикабыҙҙы инновацион йәһәттән үҫтереүгә йүнәлеш алабыҙ. Заманса компанияларҙы йәлеп итәбеҙ, улар менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Инвесторҙарҙы саҡырабыҙ. Был, әлбиттә, киләсәктә яңы һөҙөмтәләргә килтерәсәк яңы ҡыҙыҡлы процесс. Польша кеүек эре төбәктәр менән бәйләнеш булдырыу беҙҙең өсөн мөһим. Рәсәй һәм Польша предприятиелары араһында тауар әйләнеше күләме ҙур, әммә уның ҙур өлөшө Башҡортостанға тура килә, сөнки Польшаға нефть химияһы продукттары күпләп оҙатыла. Былтыр Башҡортостандан Польшаға 500 миллион долларлыҡ продукция сығарылһа, быйыл ул һан тағы ла ҙурыраҡ. Польшанан иһә республикабыҙға ни бары 1,5 миллион долларлыҡ тауар индерелә. Әлбиттә, предприятиеларығыҙ менән бәйләнештәр булдырыу хаҡында уйларға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

— Польша менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә ҡарамаҫтан, уларҙы яңыртырға, яҡшыртырға кәрәк, — тине Войцех Зайончковский. – Һуңғы ваҡытта ике төбәк араһында бәйләнештәр һирәгерәк булдырыла. Быны төҙәтергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Башҡортостан Рәсәйҙә күп өлкәләр буйынса юғары позиция биләй. Яҡшы иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн мөмкинлектәр бар, тип уйлайым.

Дипломат әлеге ваҡытта Тирә-яҡ мөхит министрлығы ҡарамағында булған «ГринЕво» программаһы менән бәйле тәҡдимдәрҙең иң ҡыҙыҡлыларҙан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

— Был проекттарға дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә. Әлеге өлкәләге тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Йүнәлештең перспективалары ярайһы уҡ ҙур ғына, — тип билдәләне Польша илсеһе. – Икенсе йүнәлеш – машиналар эшләү. Был юҫыҡта беҙ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алдыҡ. Өсөнсө йүнәлеш муниципаль хужалыҡ, ҡала тарнспорты менән бәйле. Польшала Европа кимәлендәге автобустар, трамвайҙар эшләүсе компаниялар бар. Бизнес ҡулланған киләһе сара – иҡтисади бәйләнештәрҙе финанслау дүртенсе тема булып тора. Йәғни был экспортты һәм инвестицияларҙы страховкалау.