7 декабрь, Шаршамбы

19 октябрь 2011 йыл, 9:31

Өфөлә 2011 йылдың иң яҡшы йәш ғаиләһе һайланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

«Йәш ғаилә-2011» ҡала конкурсы финалы Өфөлә шәмбе, 22 октябрҙә, үтәсәк. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төп приз өсөн район турҙарында еңеү яулаған ете йәш ғаилә көс һынашасаҡ: Дим районынан Мавриндар ғаиләһе, Калинин районынан Вәлиевтар, Киров районынан Ғатауллиндар, Ленин районынан Гладковтар, Октябрь районынан Уйылдановтар, Орджоникидзе районынан Мифтахетдиновтар һәм Совет районынан Ларионовтар.

Бәйге номинациялары — «Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән» визиткаһы», «Беҙҙең өйҙөң йәме» балалар конкурсы һәм «Ғаилә яҙмышында – ил яҙмышы» (күргәҙмә-презентация).

Еңеүсе ғаилә «Йәш ғаилә-2011» республика конкурсында ҡатнаша аласаҡ.

Сарала ҡатнашыусы барлыҡ ғаиләләргә Өфө хакимиәтенең һәм бағыусыларҙың ҡиммәтле бүләктәре һәм дипломдары тапшырыласаҡ. Финал Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтәсәк.