8 декабрь, Кесе йома

18 октябрь 2011 йыл, 16:48

Баймаҡта радикаль идеологиялар таралыуына арналған ултырыш көтөлә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

20 октябрҙә Баймаҡ мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың традицион конфессиялары етәкселәре һәм республикалағы дәүләт власы органдары вәкилдәренең кәңәшмәһе үтәсәк. Ултырыш йәштәр араһында радикаль идеологиялар таралыуы проблемаһына арнала.

Осрашыуҙа БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятков, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы секретары Валерий Кулинич, руханиҙар, Урал аръяғы уҡыу йорттарының һәм урындағы үҙидара органдарының вәкилдәре ҡатнаша.

Башлана – сәғәт 11-ҙә.

темалар: дин